“Йәш шайморатовсылар балы”
12 декабрҙә Өфөлә беренсе тапҡыр “Йәш шайморатовсылар балы” уҙҙы. Был бал Башҡортостан Республикаһында Ватан Геройҙары көнө, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө һәм Башҡорт теле көнө сиктәрендә үтте.Сараға республикабыҙҙың ауыл һәм ҡалаларынан 200-ҙән ашыу өлгөлө йәш шайморатовсы саҡырылғайны. Улар яҡшы уҡый, олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа, спорт ярыштарында еңәләр, ирекмәндәр хәрәкәтендә, йәмәғәт эштәрендә әүҙемдәр. Үрге Тәтешле ауылы Ғәли Соҡорой исемендәге гимназияһының 9в класы уҡыусылары был сарала ҡатнашыу бәхетенә иреште.
Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул 23 уҡыусыға "Йәш шайморатовсы" почетлы билдәһен тапшырҙы. Уҡыусыбыҙ Шаехова Гөлшат III дәрәжә “Йәш шайморатовсы” почетлы билдәһенә лайыҡ булды.
Йәш шайморатовсылар композиторҙар Рим Хәсәнов һәм Урал Иҙелбаев көйҙәренә вальс, полонез, лендлер башҡарҙы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, был сара йыл һайын уҙғарыласаҡ. "Республикала 2 меңдән ашыу йәш шайморатовсы булыуын иҫәпкә алып, балды йыл да уҙғарасаҡбыҙ. Был – илһөйәрлек тәрбиәләү ҙә, бейей белеү ҙә. Ысын команда эше. Шәп килеп сыҡты. Һоҡланып ҡараным", – тине ул.