1. Учителям
  2. Новости
  3. “Төньяҡ – көнбайыш КВН - 2024 Шаян лигаһы”

“Төньяҡ – көнбайыш КВН - 2024 Шаян лигаһы”

Февраль 20, 2024 Просмотров: 69

20 февралдә Тәтешле районының Район мәҙәниәт һарайында тәүге тапҡыр төньяҡ – көнбайыш зонаның Шаян лига -2024 уйын миҙгелен үткәрҙе.

Фестивалдә ҡатнашыусы командалар барыһы ла етди әҙерләнгәйнеләр.Уйын бик көсөргәнешле барҙы.

Йәш КВН-сылар юморға бай шаяртыуҙары, бейеүгә,йырға маһирлыҡтары менән тамашасының күңелен арбаны. Туған телебеҙҙә иркен аралашҡан, телебеҙгә һөйөү уятҡан балаларға афарин тип әйтергә  генә ҡала. Уйын булғас, уның еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була.

Уйындың һөҙөмтәләре: 1урын – “Сәк –сәк” (Ағиҙел ҡалаһы)

2 урын – “Район биттәре” (1-се һанлы Ғ.Соҡорой исемендәге урта мәктәбе һәм Балалар ижады үҙәге)

3 урын – “Ете егет” (Нефтекама нефть колледжы)

3урын – “Балаяндар”(Нефтекама башҡорт гимназияһы).

Ҡатнашыу дипломы – “Кранокама йыйылма командаһы”(Краснокама районы)

Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әлфиә Урал ҡыҙы Шәйнурова  Тәтешле районы хакимиәте исеменән халҡыбыҙҙың  телен, мәҙәниәтен үҫтереүҙә,йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә, республика уҡыусылары араһында Шаяндар һәм Отҡорҙар клубы хәрәкәтен башҡорт телендә популярлаштырыуға тос өлөшөн индергәне өсөн Илдус Каһармановҡа, Урал Кәримовҡа, Илһам Ишкининға, Радик Бәхтиевҡа оло рәхмәтен белдереп, Рәхмәт хаты тапшырҙы.