1. Ученикам
  2. Новости
  3. “Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы”

“Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы”

Декабрь 9, 2025 Просмотров: 6

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә.Был көн осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Аҡмулла – бөйөк шағир-сәсән, шағир-мәғрифәтсе, фекер эйәһе. Бар булмышын халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған был әҙип, ағастан-ағасҡа ҡунып һайраған һандуғас шикелле, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсә йөрөп ижад итте, мәғрифәт яҡтылығы өләшеп, ауыр донъя йөгөн тартыусы хеҙмәтсән халыҡтың хәлен еңеләйтергә тырышты. Халыҡ яҙмышын, халык киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡиғалар эсендә ҡайнаған шағир ул.

Башҡорт теле көнө сиктәрендә 9-сы сыйныфта Аҡмулланың тормош юлына һәм ижадына арналған дәрес үтте. Уҡыусылар уның тормошо һәм ижады буйынса тулы мәғлүмәт тупланы, презентация ҡараны һәм шиғырҙар уҡыны.

#башҡорттелекөнө

#башҡорттелендәһөйләшәм