1. Ученикам
  2. Новости
  3. #200йылҒәлиСоҡорой

#200йылҒәлиСоҡорой

Декабрь 3, 2025 Просмотров: 24

#200йылҒәлиСоҡорой

2026 йылдың 8 ғинуарында күренекле мәғрифәтсе, тарихсы, ғалим һәм башҡорт шағиры Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тула. Был ваҡиға хөрмәтенә Ғәли Соҡорой исемендәге Гимназияның 8-се синыф уҡыусылары Ғәли Соҡоройҙоң "Һайланма әҫәрҙәр" китабы менән танышты.

XIX быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән һәм ижад иткән күренекле башҡорт шағиры һәм дин эшмәкәре Ғәли Соҡоройҙоң (1826-1889) беҙҙең көндәргә баҫма һәм ҡулъяҙма хәлендә килеп еткән шиғырҙары, хаттары, тарихи һәм публицистик яҙмалары, шулай уҡ уға бәйле ҡайһы бер архив материалдары күсермәләре тупланған был китапҡа. Әҙип әҫәрҙәренең ғәрәп графикаһындағы текстары хәҙерге башҡорт яҙмаһына тәржемә рәүешендә түгел, ә транслитерация юлы менән ауҙарылды. Китаптың аҙағында алфавит тәртибендә һүҙлек, шулай уҡ аңлатмалар, белешмәләр һәм ҡайһы бер яҙма сығанаҡтарҙың скан-күсермәләре бирелгән.