1. Ученикам
  2. Новости
  3. Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыу билдәләнә

Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыу билдәләнә

Ноябрь 27, 2025 Просмотров: 7

2026 йылдың 8 ғинуарында XIX быуаттың күренекле мәғрифәтсеһе, тарихсы, ғалим һәм шағир, ҡара-Табын нәҫеленән Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыу билдәләнә. Был ваҡиға хөрмәтенә Ғәли Соҡорой исемендәге Гимназияның 9–сы синыф уҡыусылары тормош юлын һәм ижадын өйрәнеүсе, пропагандалаусы “Тәтешле хәбәрҙәре” газетаһының баш мөхәррире Фәйзерахманов Рәфит Хәйвәр улы менән осрашыу үткәрҙе. Ул уҡыусыларҙы күренекле яҡташыбыҙҙың тормошо һәм ижады менән таныштырҙы.Шиғырҙарынан өҙәктәр уҡыны.Балалар үҙ сиратында Ғ.Соҡоройға бағышланған ерле шағирҙар әҫәрҙәрен яттан һөйләне.Кисә ахырында Рәфит Хәйвәр улы Ғ.Соҡоройҙың шиғри йыйынтығын бүләк итте.