Ғәли Соҡорой (1826–1889) - башҡорт шағиры, мәғрифәтсе
25 ноябрҙә 9-сы кластарҙа “Ғәли Соҡорой – башҡорт шағиры, мәғрифәтсе”, темаһына Әүхәҙиева А.Һ.дәрес үткәрҙе.
Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков 1826 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1828 йылда Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Ирәкте олосо Иҫке Соҡор ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған.
Соҡорой псевдонимын шағир тыуған Иҫке Соҡор ауылы исеменән алған.
Ғәли Соҡоройҙың төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙылған
100-гә яҡын әҫәрҙәре һаҡланған. Шағирҙың унға яҡын китабы донъя күрә.
Улар иҫәбендә түбәндәге шиғыр йыйынтыҡтары бар: «Дөрри Ғәли» («Ғәли гәүһәрҙәре»),«Шәмғ әз-зия» («Шәм тыһы»), «Зәмми нәзир» Һ. б.
Уҡытыусы әҙиптең тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙы. Дәрес аҙағынды уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
#Тәтешлерайоны #ТатышлинскийРайон
#200йылҒәлиСоҡорой