1. Ученикам
  2. Новости
  3. 14 декабрь - Башҡорт теле көнө

14 декабрь - Башҡорт теле көнө

Декабрь 14, 2024 Просмотров: 14

Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ” тип әйтелә.

Туған тел – беҡҡең башҡорт теле. Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Әхләҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә беркетә.

Беҙҙең Гимназияла ошо датаға ярашлы дәрестәр, төрлө саралар уҙҙы. Өфө ҡалаһында уҙғарылған Шайморатовсыларҙың балында беҙҙең уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнаштылар, Нефтекама ҡалаһында Башҡорт асыҡ КВН лигаһында ”Тәтеш” командаһы ҡатнашып 2-се урынға лайыҡ булдылар, хатта 6-сы А класы уҡыусыһы Асрарова Регина “Иң яҡшы ҡатын- ҡыҙҙар роле” номинацияһында еңеүсе тип тапшырылды. Театр студияһы “Овация” Республика күләмендә онлайн ҡатнашып 3-сө урынды алдылар.

 

#Башҡорттелекөнө

#Тәтешлеалға