1. Ученикам
  2. Новости
  3. «Туған тел – халыҡ күңеле » проектын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр

«Туған тел – халыҡ күңеле » проектын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр

Апрель 18, 2021 Просмотров: 48

«Туған тел – халыҡ күңеле » проектын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр Шәмбе көндө Пермь крайы Барҙа ауылының Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты буйынса асылған башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү йәкшәмбе мәктәбе эшен дауам итте. Үрге Тәтешле 1-се һанлы урта мәктәбе уҡытыусыһы Фәтхуллина Л.Р. балаларҙың күңелендә яҡты хистәр, яңы белемдәр ҡалдырыр өсөн дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо. Ҡыҙҙар һәм малайҙар “Башҡорт телендә һөйләшәм”, “Мин илемде яратам” тип аталған йырҙар менән мауыҡтырғыс эштәргә күстеләр. Презентация буйынса тел шымартыу күнегеүҙәре, шиғыр ятлау, матур яҙыу, ял, рефлексия минуттары балаларҙың эштәргә етди ҡарауын, тырышлығын иҫбатланы. «Тирмә», «Һин ҡайҙа?», «Ҡара – ҡаршы әйтешеп уйнау» тип аталған башҡорт халыҡ уйындары телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләне, күңелле миҙгелдәр бүләк итте. “Ҡояшлы ил” исемле йыр менән был шәмбе эштәренә матур нөктә ҡуйылды... Һәр баланың яҡшы кәйефе был проектты тағы ла байыта, маҡсаттар юлын ҡыуаныстары менән киңәйтә.

#Фонд содействия гражданскому обществу РБ

#ФСГОРБ