16 апрель – милли кейем көнө
Апрель 16, 2021
Просмотров: 116
Башҡорт милли кейеме — башҡорт халҡының баш, өҫ һәм аяҡ кейеме. Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттеңдә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эскедонъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. “Милли кейемдә уҡыйбыҙ” Республика акцияһында ҡатнашып, Әүхәҙиева А.Һ. 8 – се класта “Башҡорт милли кейеме” темаһына дәрес үткәрҙе. Уҡыусылар кейем һәм биҙәүес атамалары менән таныштылар, һүҙлек байлығын арттырҙылар һәм милли музейҙа сәйәхәт иттеләр.
#Учусьвнациональномкостюме
#Милликейемдәуҡыйбыҙ