"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2021"
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2021" конкурсының 15 мартта асылыу тантанаһы үтте. Төштән һуң әҙәби музыкаль кисә –шиғри батл булды.
16 март көндө “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021” регион-ара конкурсының иң сағыу һынауҙарының береһе – “Милли кейемде презентациялау” этабы үтте. Конкурс шарттары буйынса уҡытыусылар милли костюмды йә уның бер элементын оригиналь итеп презентацияларға, уның билдәле бер урынға ғына хас булған үҙенсәлектәрен яҡтыртырға, педагогик эшмәкәрлектә ҡулланыу мөмкинлеген күрһәтергә тейеш. Баһалама ағзалары конкурсанттың сығышын креативлығы һәм сағыулығы, этномәҙәни үҙенсәлеге, башҡорт милли костюмын, уның билдәле бер урынға ғына хас булған үҙенсәлектәрен белеү кимәле, күрһәтелгән тәжрибәнең методик ҡиммәте, образдың гармонияһы йәһәтенән баһаланы.
Әүхәҙиева Альбина Һиммәт ҡыҙы лайыҡлы сығыш яһап, төньяҡ-көнбайыш милли костюмды презентацияланы. 3-сө турҙан һуң уҡытыусыларҙы ҡотлап бүләкләү сараһы үтте. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм Фән Министрлығы тарафынан Диплом, Башҡортостан халыҡтар энциклопедияһы, КПК курстарҙың танытмаһын, методик йыйынтығын тапшырҙылар.
Бүләкләү тантанаһынан һуң тәжрибәле уҡытыусы тәьҫораттары менән бүлеште: “Минең төп маҡсатым –балаларға башҡорт теленә хөрмәт уятыу, уны өйрәнергә теләк булдырыу. Һәм мин ошо теләгемә ирешәм тип уйлайым, сөнки күҙгә күренерлек һөҙөмтәләр бар. Пермь өлкәһе Барҙа ауылының йәкшәмбе мәктәбендә 8-се класс уҡыусыбыҙ Тлитова Арина Регион-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәт буйынса олимпиадала еңеүсе булды. Балаларға башҡорт телен өйрәтеп, улар менән башҡортса дәрестәр үткәреү – минең өсөн бик шатлыҡлы күренеш”.