«Туған тел-халыҡ күңеле» проектын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр
Шәмбе көндө Пермь крайы Барҙа ауылының ҒабдуллаТуҡай исемендәге гимназияһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты буйынса асылған «Туған тел-халыҡ күңеле» тип аталған башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү йәкшәмбе мәктәбе эшендауам итте. ҮргеТәтешле 1-се һанлы урта мәктәбе уҡытыусыһы Фәтхуллина Л.Р. ҡыҙ һәм малайҙарҙың күңелендә йылы хистәр, яңы белемдәр уятыр өсөн дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итеп ойошторҙо. Балалар «Башҡорт телендә һөйләшәм» тип аталған матур йыр менән ҡыҙыҡлы эштәргә күстеләр. «Иле барҙың - теле бар» презентацияһы уҡыусыларҙың белемен дә тәрәнәйтте, маҡсат менән йәшәргә лә өндәне, телен дә шымартты, тыуған ергә, телебеҙгә ҡарата һөйөү ҙә тәрбиәләне. Һуңынан һәр бала матур яҙыу минуттарында тырышлыҡ күрһәтте. Йәкшәмбе мәктәбенең йөҙөк ҡашы булып балалар өсөн ижад ителгән йырҙар, шиғырҙар тора.Балалар ҡатнашлығында “Башҡортса һөйләшәм” әҙәби флешмобы уҙғарылды.Бында уҡыусылар төрлө билдәле шағирҙарҙың шиғирҙарын яттан һөйләне.Йыр, шиғыр аша күпме яңы һүҙҙәр асыла, өйрәнелә, һәр кемдең фекерҙәре күтәренке була. Был көндө лә әҙәбиәт, сәнғәт үҙ маҡсатын тормошҡа ашырҙы.
Бүлмәгә яҙғы ҡояш нурҙарын һибә. Уҡыусылар менән тәбиғәт, иртәгәге көн хаҡында күңелле әңгәмә ҡороп, балалар икенсе осрашыуҙы көтәсәктәрен белдерҙе һәм яҡшы кәйеф менән таралышты.
Фонд содействия гражданскому обществу РБ #ФСГОРБ