«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021»
Яҙҙың тәүге көндәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт алды. Бәйге быйыл 26-сы тапҡыройошторола. Киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән уҡытыусыларҙы асҡан был конкурс иҫ киткес бай тарихлы. Быйылғы бәйгелә барлығы 53 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың алтыһы күрше – Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән. 1-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әүхәҙиева Альбина Һиммәт ҡыҙы ҡатнаша.
Ике көн дауамында барған «Методик оҫтахана» конкурс этабы артта ҡалды. Минең тема- “Заманса мәғлүмәти киңлектә башҡорт телен уҡытыуҙың инновацион моделдәре”ине. Конкурстың «Методик оҫтахана» этабы уҡытыусылар өсөн бик әһәмиәтле, тип уйлайым. Республикабыҙҙа талантлы, ижади эшләгән уҡытыусылар биккүп. Тимәк, башҡорт теленең киләсәге өмөтлө.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021” регион-ара конкурсының иң яуаплы этаптарҙың береһе – "Дәрес" һынауы башланды. Башҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә конкурстың был этабы быйыл “Берҙәм дәрес” форматында ZOOM каналы ашаүтә.
Конкурсанттарға уҡытыу программаһы нигеҙендә башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, юбиляр яҙыусылар һәм шағирҙар ижадына бәйле темалар тәҡдим ителде. Әлбиттә, дәресүткәреү – уҡытыусының көндәлек хеҙмәте. Шулайҙа, абруйлы жюри алдында баҙап ҡалмай дәрес биреү һәр кемгә лә еңел түгел. Уҡытыусы Әүхәҙиева А.Һ. 4-се класта “Туған телем биргән асҡыс. Р.Ғарипов “Туған тел” шиғырын өйрәнеү тигән темаға асыҡ дәрес бирҙе.
“Дәрес” конкурс этабы дүрт көн дауам итәсәк.Өсөнсө этап “Милли костюм” презентацияһы Өфөлә 15-16 мартта үтәсәк.