1. Ученикам
  2. Новости
  3. Ғәли Соҡорой

Ғәли Соҡорой

Январь 11, 2021 Просмотров: 35

Тәтешле районында күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе һәм дин әһеле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған саралар үтте. Табын башҡорттарынан сыҡҡан данлыҡлы шәхестең исемен мәңгеләштереү байрамында Республика хөкүмәте вәкилдәре, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, тарихсылар, Кейековтар нәҫеленең вариҫтары ҡатнашты.Үрге Тәтешле ауылындағы яңы урамдарҙың береһенә Ғәли Соҡорой исеме бирелде. Ошо уҡ урамда башҡорт мәғрифәтсеһенә таҡтаташ урынлаштырылды.