#ДеньБашкирскогоЯзыка
Башҡорт теле- ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле-халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы.Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр.
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте. Был көндө беҙҙең мәктәптә лә башҡорт теленә арналған саралар уҙғарылды. Нуриханова Зилә Фәрит ҡыҙы 5 В класында“Мәңге йәшә, башҡорт теле” тигән темаға класс сәғәте уҙғарҙы. Уҡыусылар шағир-мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы менән таныштылар, презентация ҡаранылар, тел тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр әйттеләр. 8-9 класс араһында викторина үтте, 1-4 кластар уҡыусылары һүрәт төшөрҙө. Хәлидуллина Рәмилә Әҙип ҡыҙы тәнәфестәрҙә башланғыс класс уҡыусыларына башҡорт халыҡ уйындарын өйрәтте һәм шулай уҡ уйнап та ҡаранылар. Дәрестәрҙә уҡыусылар күренекле шағирҙарыбыҙҙың туған телебеҙгә арнап яҙған шиғырҙарын һөйләнеләр, тел тураһында йырҙар яңғыраны.
Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты - башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.