1. Ученикам
  2. Новости
  3. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”

“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”

Декабрь 7, 2020 Просмотров: 157

Аҡмулла (ысын исеме –Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы, 1831-1895) - күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Ул махсус йыһазланған арбаһына китап-ҡулъяҙма, яйланма ҡорамалдарын тейәп, ауылдар буйлап ил гиҙә. Уны “яҡтылыҡ йырсыһы” тип юҡҡа ғына атамайҙар.

Үрге Тәтешле 1-се урта мәктәбе уҡыусыларының күңелен дә Аҡмулланың ижад һәм тормош юлы хисләндереп, уйландырып тора. Бына 3-сө кластың ҡыҙ һәм малайҙары ла бөйөк Аҡмуллаға бағышланған сарала тулҡынланып ултырҙы. Эш “Аҡмулла тауышы” исемле видеофильм ҡарауҙан башланды. Унда шағирҙың йөкмәткеле шиғырҙары ла яңғыраны. “Матур яҙған”, -тип әйтеп ҡуйҙы бер уҡыусы малай. Балалар шағир менән ғорурланыуҙарын йылы һүҙҙәр аша иптәштәренә, уҡытыусыға еткерҙе. Аҡмулла тормошонан ете иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә баҫым яһалды. Уҡытыусы Фәтхуллина Л.Р. класта мәғрифәтсенең шиғырҙарын уҡыуҙы ла ойошторҙо. Балалар һәр шиғыр юлын тасуири итеп уҡыны, шағир әйтергә теләгән уйҙарҙы балаларса дөрөҫ итеп аңлатты, башҡорт теленең матурлығын тойҙо. Аҡмулла тураһындағы ҡулланма папҡа бөгөн иң ҡыҙыҡлы әсбап булғандыр. Унда шағирҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән ултырғысын, арба макетын музей йортонда күреп, уҡыусылар мәғрифәтсенең оҫта ҡуллы кеше булыуына ла һоҡланды. Сара аҙағында һәр баланың күңелендә бер генә хис-тойғо булды: “Башҡорт телен яратам!”. Бөтәбеҙ ҙә Мифтахетдин Аҡмуллаға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һәм уның ижады аша ла тел ҡәҙерен белербеҙ тип ышандырабыҙ.