Дистанцион дәрестәрҙә яҙма эште, телмәрҙе үҫтереүгә лә етешәбеҙ
Үрге Тәтешле 1-се һанлы урта мәктәбендә уҡытыусы Фәтхуллина Л.Р. башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем алыуға ҡарата булған һөйөүен юғалтмаҫҡа тырыша. Дәрес алдынан бөтә кәрәк уҡыу һәм дидактик материалдар әҙерләнеп ҡуйыла. Электрон дәреслек –ҡулланма, аудио-видео файлдар ҙа балалар өсөн уңайлы итеп бирелә. Дистанцион белем алыуҙа һәр бала һорауын яҙа ала. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу өлгөләрен ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡытыусыға аудиояҙма рәүешендә лә ебәреп ҡуя.Уларға видеозвонок, аудиозвонок аша уҡытыусы менән тура бәйләнешкә сығыу мөмкинлеге лә бар. Ваҡытҡа, мөмкинселеккә ҡарап, өҫтәлмә материал да үҙләштерәләр.Һуңынан уларҙың белемдәрҙе үҙләштереү кимәле төрлө ысулдар менән тикшерелә. Дистанцион белем алыуҙа ла уҡыусыларҙың матур, грамоталы яҙыуға ҡарашы ыңғай хәлдә һаҡланыуы күңелдәрҙе һөйөндөрә.