1. Ученикам
  2. Новости
  3. Сәскә ат, Башҡортостан!

Сәскә ат, Башҡортостан!

Октябрь 20, 2019 Просмотров: 40

Республикабыҙ йәш быуын тәрбиәле, белемле булһын өсөн яҡшы шарттар булдыра. Беҙҙең мәктәбебеҙҙә лә ҡыҙҙар һәм малайҙар, ошо хәстәрлектәрҙе тойоп, алға бара, туған телен, ил тарихын яратып өйрәнә. Балалар тыуған еребеҙгә рәхмәтле һәм үҙ хөрмәттәрен төрлө сараларҙа асып һалалар. Этношәмбе көнөн дә улар көтөп алдылар.

   Уҡытыусы Фәтхуллина Л.Р. етәкселегендә 2-се класс уҡыусылары тиҫтерҙәре өсөн матур сығыш яһаны. Кисә күмәкләп республикабыҙ Гимнын йырлап башланды. Залдағы һәр тамашасы уны ғорурланып йырланы.

   Был кисәлә Башҡортостаныбыҙға, тыуған еребеҙгә, баш ҡалабыҙ Өфөгә, татыу ғаиләләр, халыҡтар дуҫлығына бағышланған шиғырҙар һөйләнде, йырҙар башҡарылды. Башҡорт халыҡ бейеүе лә күңелдәрҙе дәртләндерҙе. Башҡорт фольклорынан алынған һорауҙар ҙа дөрөҫ яуаптарын тапты. Кескәй генә уҡыусы балаларҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Оялсан ғына сәхнәгә күтәрелгән һәр уҡыусы тамашасының йылы ҡарашын тойҙо. Милли кейемдәрҙә сығыш яһаған балалар үҙҙәре лә башҡорт халҡының бер сатҡыһы булып йәшәүенә шатлана ине.

  Был сара балалар һәм өлкәндәр күңелендә тәрән кисерештәр ҡалдырҙы һәм бик матур теләк менән тамамланды: “Сәскә ат, Башҡортостан!”. Әйе, күгебеҙ аяҙ, илебеҙ көслө, табындарыбыҙ мул, сабыйҙарыбыҙ һәр саҡ көләс йөҙлө, тырыш булһын. Республикабыҙҙы ҙур юбилее менән ҡотлайбыҙ һәм яҡшылыҡтар ғына теләйбеҙ!