Башҡорт теле көнө
Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын булһын. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.
14 декабрҙә 1-се һанлы Ғәли Соҡорой исемендәге Үрге Тәтешле урта мәктәбендә Башҡорт теле көнөнә арналған төрлө саралар үтте. Иртә менә уҡыусылар милли кейем кейеп, яҡшы теләктәр теләп, һаулыҡ һорашыу менән ҡаршы алдылар. Һәр класта Башҡорт теленә бағышланған дөйөм дәрестәр үтте. 6-7-cе синыф балалары “Башҡорт теле иленә сәйәхәт” иттеләр, 10-сы синыф уҡыусылары бөйөк мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы менән таныштылар.
#башҡорттелекөнө2023
#башҡорттелендәһөйләшәм
#ТатышлинскийРайон #ТәтешлеАлға