1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле

Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле

Декабрь 13, 2023 Просмотров: 27

#башҡорттелекөнө2023
#башҡорттелендәһөйләшәм
#ТатышлинскийРайон #ТәтешлеАлға

13 декабрҙә 1-се һанлы Ғәли Соҡорой исемендәге Үрге Тәтешле урта мәктәбендә “Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле” квиз, Башҡорт теле көнөнә арналаған сара үтте. Уйында ике команда: “Йондоҙҙар” һәм 2-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенең “Тапҡырҙар” осрашты. Сарала балалар төрлө конкурстарҙа ҡатнаштылар: викторина һорауҙарына яуап бирзеләр, мәҡәлдәр төҙөнөләр, шиғырҙарға рифма һалдылар, фразеологик берәмектәргә аңлатма бирҙеләр. Ярыштар араһында музыкаль паузалар ҙа булып, уҡыусыларҙың кәйефтәрен күтәрҙеләр. Аҙаҡта беҙҙең дуҫлыҡ командаһы еңеүсе булды һәм “Ерем, илем, телем” тигән йыр менән тамамланылар.