1. Ученикам
  2. Новости
  3. Мостай Кәрим

Мостай Кәрим

Октябрь 23, 2018 Просмотров: 62

Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә һәр көн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам

Мостай Кәрим.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең (Мостафа Сафа улы Кәримовтың) тыуыуына 99 йыл тулды. Ул 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районының Келәш ауылында тыуған.

Шағир иҫтәлегенә арналған саралар, асыҡ дәрестәр беҙҙең мәктәптә үтте. Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса һәм халыҡ шағирының ижади мираҫын, тормош юлын өйрәнеү буйынса викторина ла булды. Балалар  дәрестәрҙә, сараларҙа әүҙем ҡатнаштылар һәм  ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Туған телдәр уҡытыусылары: Ғилемйәнова Р.Л.,  Мулланурова А.Ф., Әүхәҙиева А.Һ., Нуриханова З.Ф. ижади сара, дәрестәрҙе әҙерләп күрһәттеләр.

Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы.

Туған телдәр буйынса директор урынбаҫары Әүхәҙиева А.Һ.