21 февраль – Халыҡ –ара туған телдәр көнө
Тел – халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Бик тә ҡәҙерле нәмәне хазина тиҙәр. Ул берәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын, көмөш – ер байлығы. Ә тел – халыҡ байлығы. Ул быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған.(Х.Назар)
Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ.(Мәҡәл)
1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған-тел көнө тип иғлан ителә.
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ” тип әйтелә.
Туған тел… Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Әхләҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә беркетә.
Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү! Бына ни өсөн туған телде өйрәнеү кешенең илһөйәр булып тәрбиәләүендә төп урында тора!” - тип әйткән рус яҙыусыһы К.Ушинский.
#РоднойЯзыкЯзык2023 #ТуғанТел2023.