1. Ученикам
  2. Новости
  3. Республиканский телевизионный конкурс «Сулпылар»

Республиканский телевизионный конкурс «Сулпылар»

Март 26, 2022 Просмотров: 66

Тәтешле районы Үрге Тәтешле 1-се һанлы урта  мәктәбе уҡыусыһы Гүзәл  Сафина (етәксеһе Л. Фәтхуллина) 26  мартта Өфө ҡалаһында «Сулпылар –2022» телевизион конкурсының беренсе турында ҡатнашып ҡайтты. Быға тиклем ул был конкурстың һайлап алыу турын үтте һәм Өфө ҡалаһына саҡырыу алды. Әйтергә кәрәк, һәләтле ҡыҙ «Башҡортостан –баш илем» йырын уңышлы башҡарып, конкурстың икенсе турына уҙҙы. Хөрмәтле жюри ағзалары икенсе турҙа ла һәйбәт сығыш яһар өсөн Гүзәлгә матур кәңәш-теләктәрен белдерҙе. Уҡыусыбыҙ интервью һорауҙарына ла башҡортса иркен һөйләшеп яуап бирҙе. Гүзәлде һәм етәксеһен был уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Алдағы көндәрҙә лә уҡыусыбыҙға көс һәм ижади бейеклектәр теләйбеҙ.