Тыуған яҡ белгестәре
Үрге Тәтешле 1-се һанлы урта мәктәбендә тырыш, ҡыҙыҡһыныусан балалар уҡый тип һис тә ялғышмай әйтергә була. Беҙ быға бөгөнгө “Тыуған яҡ белгестәре” тип аталған 2-се класс уҡыусыларының дәресендә лә инандыҡ. Темаларҙы йомғаҡлау дәресен уҡытыусы Фәтхуллина Л.Р. мауыҡтырғыс эштәр менән тултырып барҙы. Был көнгә мәктәптәге “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы” ла үҙ йоғонтоһон яһаны. Был ҡыҙҙар һәм малайҙар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнәләр. Уларға һәр белем ҡыҙыҡлы. Тәтешлеһен, Башҡортостанды, Рәсәйҙе һөйгән балалар ҙур теләк менән тыуған яҡ тураһындағы викторина һорауҙарына яуап бирҙе, бирелгән яҙма биремдәрҙе әүҙем башҡарҙы, тыуған яҡ шағирҙары, флагтар, гербтар хаҡындағы белемдәрен байытты, дәүләт телендә шиғырҙар уҡырға яратыуын күрһәтте. Ҡыҙҙар һәм малайҙар “Афарин!” миҙалдарына лайыҡ булды.