Мастер-класс “Шиғыр яҙҙыҡ ултырып”
Үрге Тәтешле 1-се һанлы урта мәктәбендә барған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы” ҡыҫаларында уҡытыусы Фәтхуллина Л.Р. 4-се кластың башҡорт теле төркөмөндә шөғөлләнеүсе ҡыҙ һәм малайҙарына шиғыр яҙыу, шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү буйынса мастер-класс ойошторҙо. Балаларға аңлайышлы тел менән уҡытыусы әҙәбиәт теорияһын асты. Уҡыусылар рифмалар табып уйнап алды. Шиғыр ритмикаһы уларҙы ҡыҙыҡлы ижад донъяһына алып инде. «Аҡбуҙат» исемле балалар журналындағы шиғырҙарға анализ яһап, балалар бик күп белемдәрҙе үҙләштерҙе. Күмәкләп әсәйҙәр тураһында яҙылған шиғыр балаларҙың иң яҡты уйҙарын, теләктәрен асты. Улар ярыша-ярыша матур, дөрөҫ рифмалар эҙләне, уларҙы табып, ҡыуанды. Малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәре лә шиғыр яҙҙы, иптәштәренә шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Мастер-класс әҙәбиәт донъяһына һөйөү хистәре тәрбияләне, ижад итеү теләге уятты. Ышанабыҙ, киләсәктә был балалар һәр шиғыр юлына иғтибарлы буласаҡ һәм тасуири уҡыуҙы алға ҡуясаҡ.