Туған тел – халыҡ күңеле » проектын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр
Шәмбе көндө Пермь крайы Барҙа ауылының Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты буйынса асылған башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү йәкшәмбе мәктәбе эшен дауам итте. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса 24 апрель “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2021” акцияһы үтте. Был акцияла башҡорт йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары һәм гимназия уҡытыусылары ла ҡатнашты. Улар диктантты башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙҙы. Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар ебәрелде. Шулай уҡ был дәрестә уҡыусылар ике командаға бүленеп «Алтын тирмә” тигән уйын-викторина уйнаны.Улар башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте,күренекле шәхестәре тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙеләр.Уйында әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр бирелде.
#башҡорттелендәһөйләшәм
#башдиктант
#башдиктант2021
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам
#Фонд содействия гражданскому обществу РБ #ФСГОРБ