Әҙәбиәтте яратыусы ҡыҙ
Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың данлы исемен ҙурлап, районыбыҙҙа 2007 йылдан бирле «Күрҙем шишмәләре» тип аталған шиғриәт фестивале ойошторола. 2017 йылдан был конкурс асыҡ тип иғлан ителде һәм унда төрлө райондан килгән әҙәбиәт һөйөүселәрҙең дә ҡатнашыуы-был сараның дәрәжәһен тағы ла үҫтереп ебәрҙе. Үрге Тәтешле 1-се һанлы урта мәктәбе уҡыусылары ла йыл да был сарала әүҙем ҡатнаша һәм уңыштарға ирешеп килә. Быйыл билдәле сәбәптәр арҡаһында, конкурсҡа бөтәһе лә видеоматериалдар тәҡдим итте. 5-се «Б» класс уҡыусыһы (етәксеһе Фәтхуллина Л.Р.) был конкурсҡа, башҡорт телендә сығыш яһап, матур видеояҙма әҙерләне һәм маҡтаулы 3-сө урынға лайыҡ булды. Әҙәбиәткә ғашиҡ ҡыҙ һәр һөйләмен күңеле аша уҙғара. Дәрестәргә лә ул етди ҡарай. Беҙ уҡыусыбыҙҙы, уның етәксеһен ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!