Шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройға беҙҙән дан һәм хөрмәт
2021 йылдың 8 ғинуарында Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының үҙәк майҙанында ҙур тантана ойошторолдо. Ул данлы яҡташыбыҙ Ғәли Соҡоройға бағышланды. 195 йыл элек тыуған яғыбыҙҙың Иҫке Соҡор ауылында (Өфө губернаһы Бөрө өйөҙе) шағир-мәғрифәтсе, башҡорт һәм татар халҡының яратҡан шәхесе Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков)тыуған. Уның йыйынтыҡтары беҙҙе тик яҡшылыҡҡа өндәй. Бик күп яҙмалары бөгөн С.-Петербург, Ҡазан, Өфөнөң музей һәм китапханаларында һаҡлана. Әйтергә кәрәк, Өфөләге Башҡорт республика китапханаһында ҡулдан яҙылған 9 дәфтәре бар. Үрге Тәтешле 1-се урта мәктәбендә лә Гәли Соҡоройға бағышланған материалдар туплана, улар йыл һайын арта бара. Балалар уның шиғырҙарын ҡыҙыҡһынып өйрәнә.
Бөгөнгө тантаналы сарала беҙҙең мәктәптең башланғыс синыф уҡыусылары ла ҡатнашты (етәкселәре Фәтхуллина Л.Р.). Улар үҙҙәрен Ғәли Соҡорой дәүерендә йәшәгәндәй хис итте һәм бының өсөн бөтәһе лә байрамды ойоштороусы Тәтешле мәҙәниәт бүлегенә ҙур рәхмәтле. Тарихи белемдәр балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. Мәктәптә лә был темаға ҡарата булған саралар дауам итәсәк әле.
Шағирыбыҙ ижадына кескәй генә малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа һоҡланыу белдергәндә, Ғәли Соҡоройҙоң бай һәм күп яҡлы әҙәби мираҫы мәңге йәшәйәсәк тип әйтерлек урын бар. Байрамды данлап килгән “Арғымаҡ” этно рок-төркөмөнөң сығыштары ла балаларҙың, майҙан тулы халыҡтың көслө алҡыштарына күмелде, һәр кемдең күңелендә ғорурлыҡ хистәре уятты.