14 декабрь – Башҡорт теле көнө
14 декабрҙә Башҡортостанда «Башҡорт теле көнө» уҙғарыла. Быйыл дата Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров указы менән рәсми раҫланды. Башҡорт теле көнө йыл һайын бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә.
Тәтешле районы Үрге Тәтешле 1-се урта мәктәбендә лә башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә һәм был көн айырым йылылыҡ менән билдәләп үтелә.
Уҡытыусы Фәтхуллина Л.Р. етәкселегендә 2-се һәм 3-сө класс уҡыусылары
бөйөк мәғрифәтсебеҙ М. Аҡмулла тураһында видеофильм ҡараны. Шағирҙың шиғырҙары, тормош юлы балаларҙы тулҡынландырҙы. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән юлдар бөтәһенә лә девиз булып яңғыраны.
2-се класс уҡыусылары уҡытыусылары, Ә. Атнабаев исемендәге әҙәби премия лауреаты Фәтхуллина Л.Р. балалар өсөн ижад иткән шиғырҙарын башҡортса яттан матур итеп һөйләне. Әйтергә кәрәк, был уҡытыусының башҡорт телендә баҫылған “Тыуған ер балаһы мин” тип исемләнгән шиғырҙар йыйынтығын ҡыҙҙар һәм малайҙар яратып ҡабул итте. 3-сө класс уҡыусылары М. Аҡмулланың шиғырҙарын тасуири уҡып ишеттерҙе. 2-се класс уҡыусыһы «Башҡорт теле көнөнә» бағышлап, башҡорт халыҡ әкиәтен ятланы һәм уны был сарала мауыҡтырғыс итеп иптәштәренә һөйләп бирҙе. Беҙҙең уҡыусылар башҡорт телендә йырларға ла бик ярата. Йыр бөтәһен дә нығраҡ берләштерҙе.
Уҡытыусы уҡыусыларҙы башҡорт телен хөрмәт итергә, уның менән ғорурланырға саҡырҙы. Балалар менән асыҡ һөйләшеү рух тантанаһына әүерелде. Улар таралышырға ашыҡманы.
Тел-ул милләт йәшәүе, шуға күрә башҡорт телен, әсә, дәүләт телебеҙҙе беләйек, уны һаҡлайыҡ!