Башҡорт Юниор КВН лигаһының ¼ финал уйындары

Декабрь 17, 2017 Просмотров: 46

9 декабрҙә   Өфө ҡалаһында Башҡорт Юниор КВН лигаһының  ¼  финал уйындары булды. Зонала  үтеп, беҙ баш  ҡаланың  Конгресс-холл бинаһының ҙур сәхнәһендә  тәүге тапҡыр сығыш  яһаныҡ.  Уйындың темаһы “Ҡыш бабайҙың шаян моҡсайында” ине, киләһе яңы йыл байрамдарына бағышланған. Барыһы ун алты команда ҡатнашты. Төньяҡ- конбайыш райондарынан беҙҙән башҡа ҡатнашыусы юҡ ине. Командаларҙы дүрт блокка бүлеп, һәр береһенән  ярым финалға ике команда үтте. Конкурс ике өлөштән торҙо: “Музбиатлон” һәм “Фристайл”. Оло һәм абруйлы командалар араһында ярышыуы ла, әлбиттә, бик еңелдән түгел ине. Әммә ләкин беҙҙең “Шаяндар”  командаһының сығышын зал алҡышлап ҡаршы алды. Ярыш ҡатнашыусы балаларға, уларҙың етәкселәренә  бик тә оҡшаны һәм икенсе йылға тағы ла көслөрәк булып әҙерләнеп барырбыҙ. Команда диплом һәм кескәй бүләктәр менән ҡайтты.  Шуныһы мөһим -11-16 йәшлек балалар хәҙерге көндә актуаль булған темаларҙы табып, шаяртыуҙар әҙерләгәндәр. Тимәк, башҡорт юморы йәшәй! Башҡорт теле лә йәшәй!

 1-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәбенең туған телдәр буйынса директор урынбаҫары Әүхәҙиева Альбина Һиммәт ҡыҙы.