Ғәли Соҡорой исемендәге гимназия яны йәйге ял лагерының "Байтус" отрядында төрлө саралар үтте

Июнь 18, 2025 Просмотров: 54

Ғәли Соҡорой исемендәге гимназия яны йәйге ял лагерының "Байтус" отрядында төрлө саралар үтте . Күрше Балтас районында урынлашҡан Батырша музейында экскурсияла булып кайтты. Унда балалар Батырша тураһында куп мәғлүмәт алдылар.

Ә шәхси йорт-музейҙары булған Шәйхлисламовтарҙа булып ,үткән тарихҡа әйләнеп ҡайттылар.

Шулай уҡ тәрбияләнеүселәр физкультура һауыҡтырыу комплексында бассейнда рәхәтләнеп һыу инделәр.

Асҡын районында урынлашҡан танып шифаханаһында экскурсияла булу ҙа ҡыҙыҡһыныу уятты,матур тәсораттар ҡалдырҙы.