13 майҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтте

Май 13, 2025 Просмотров: 112
13 майҙа  Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтте. Сарала илдең төрлө төбәктәренән 650-нән ашыу кеше ҡатнашты. Съезд 9 дискуссион майҙансыҡта эшләне.  Йыйылған уҡытыусылар мәктәптәрҙә Башҡортостандың мәҙәниәтен һәм тарихын уҡытыу, тарихи-мәҙәни мираҫ аша тыуған телде һаҡлау һәм пропагандалау юлдарын барланы.Сь
Съезд эшендә Гимназия директоры З.Б.Ғүмәрова, башкорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.Л.Ғилемйәнова ҡатнашты.